

Ауыл эшсәндәре йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә мәшәҡәттәрҙән арынғаны юҡ. Шулай ҙа йәй айырыуса тынғыһыҙ, ҡыҙыу мәл. “Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра”, тип юҡҡа әйтмәгән бит боронғолар. Әле лә һәр тарафта ҡыҙыу осор, мал аҙығы әҙерләү – бесән сабыу эштәре бара. Хәйбулла районы хужалыҡтарында мал аҙығын әҙерләүгә дәррәү тотондолар. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында 17 меңгә яҡын баш эре мөгөҙлө мал, 1,4 мең йылҡы, 22 мең һарыҡ һәм кәзә иҫәпләнә. Ағымдағы йылда 42,6 мең тонна бесән әҙерләү планлаштырыла, ә дөйөм алғанда малдарҙы ҡышҡы осорға тәьмин итеү өсөн бер башҡа 27 центнер мал аҙығы берәмеге нисбәтендә әҙерләргә кәрәк. Бөгөнгө көндә 3075 гектарҙа үлән сабылған, 2550 тонна бесән әҙерләнгән һәм һаҡлауға һалынған.