ИҠТИСАД
10 Июль 2022, 03:35

Аҡъяр-Сибай юлы буйлап - мобиль элемтә станциялары

   

Аҡъяр-Сибай юлы буйлап - мобиль элемтә станцияларыАҡъяр-Сибай юлы буйлап - мобиль элемтә станциялары
Аҡъяр-Сибай юлы буйлап - мобиль элемтә станциялары

Башҡортостан дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы хәбәр итеүенсә, республика хөкүмәте 100 саҡрымлыҡ Аҡъяр-Сибай юлы буйлап мобиль элемтә станцияларын ҡуйыуҙы финанслаясаҡ. Элемтә сигналы тотороҡло булһын өсөн трасса буйлап өҫтәмә рәүештә 4 ҡабул итеү-тапшырыу аппаратура комплексы урынлаштырыласаҡ.

Быйыл подрядсы ойошма проектлау, ҡоролмаларҙы һатып алыу һәм килтереү, ерҙе бүлеү, 30 метрлыҡ , электр менән тәьмин итеү линияларын монтажлау, төҙөлөш-монтаж  эштәрен уҙғарыу буйынса эштәр башҡарасаҡ. Бынан тыш, ағымдағы йылда Урал аръяғының 66 ауылында, шул иҫәптән төп туристик урындарҙа, юғары тиҙлекле мобиль интернет барлыҡҡа киләсәк.

 

Фото:pravitelstvorb.ru

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас