ИҠТИСАД
29 Июнь 2022, 15:56

Бөгөнгө "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" министр ҡатнашлығында үтте

   

Бөгөнгө "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" министр ҡатнашлығында үттеБөгөнгө "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" министр ҡатнашлығында үтте
Бөгөнгө "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" министр ҡатнашлығында үтте

Район хакимәтендә  Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов ҡатнашлығында "эшҡыуарлыҡ сәғәте"нең сираттағы ултырышы үтте. Унда өс кеше ҡатнашты.

Тәүге проектты крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Урал Закиров тәҡдим итте. Быға тиклем ул иген культураларын үҫтереү менән шөғөлләнгән. Хужалыҡтың 4 мең гектар самаһы сәсеү майҙаны бар. Хәҙер Урал Әзһәр улы туризм өлкәһендәге проектты ғәмәлгә ашырырға һәм Татыр-Үҙәк ауыл Советы биләмәһендә Ерәнағас йылғаһының түбәнге быуаһы яр буйында ял базаһын ойошторорға ниәтләй.

Аҡъяр ауылында металл эшкәртеү һәм пластик тәҙрәләр етештереү цехын асыу буйынса үҙ проектын Морат Мортаев тәҡдим итте. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн муниципаль программа линияһы буйынса финанс ярҙам кәрәк. Өсөнсө проект йөк ташыу өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн АСПК линияһы буйынса тағылма һатып алыуға йүнәлтелгән. Уны яңыраҡ Рәсәйҙә йөк ташыу өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтә башлаған йәш эшҡыуар Морат Шәрипов тәҡдим итте.

Эшҡыуарлыҡ сәғәте йомғаҡтары буйынса барлыҡ ҡатнашыусыларға ла бөтә инвестицион проекттарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бөгөнгө "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" министр ҡатнашлығында үтте
Бөгөнгө "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" министр ҡатнашлығында үтте
Бөгөнгө "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" министр ҡатнашлығында үтте
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас