ИҠТИСАД
24 Июнь 2022, 09:48

"Баҫҡыстар ҡорабыҙ, пластик тәҙрәләр ҡуябыҙ"

Баймаҡтан Илгиз Аҡназаров 10 йылдан ашыу өй эсендә баҫҡыстар ҡороу менән мәшғүл. Ағасты семәрләп, тимергә йән өрөп эшләгән оҫтаның ҡулы алтын. Шулай уҡ ул 5 йыл элек пластик тәҙрәләр ҡуйыу менән шөғөләнә башлай.

"Баҫҡыстар ҡорабыҙ, пластик тәҙрәләр ҡуябыҙ""Баҫҡыстар ҡорабыҙ, пластик тәҙрәләр ҡуябыҙ"
"Баҫҡыстар ҡорабыҙ, пластик тәҙрәләр ҡуябыҙ"

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән һүҙҙәр күптән тапалып бөтһә лә, мәҡәлә геройҙарымдың эштәрен күреп, был мәҡәлгә тағы әйләнеп ҡайтам, сөнки ниндәй эшкә
тотонһа ла, ҙур оҫталыҡ менән башҡарған, һәр ваҡыт яңы һөнәрҙәр өйрәнеү теләге менәньянған егеттәргә был һүҙҙәр тап килеп тора. Әйткәндәй, был оҫталар Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларын хеҙмәтләндерәләр.

Баймаҡтан Илгиз Аҡназаров 10 йылдан ашыу өй эсендә баҫҡыстар ҡороу менән мәшғүл. Ағасты семәрләп, тимергә йән өрөп эшләгән оҫтаның ҡулы алтын.

Шулай уҡ ул 5 йыл элек “Veka” фирмаһының пластик тәҙрәләрен ҡуйыу менән шөғөләнә башлай. Эйе, хәҙер ҡала ерендә генә түгел, ауылдарҙа ла кеше “евротәҙрә” ҡуйҙыра. Ул уңайҙа,матур ҙа.

–Уйлап йөрөгәндән һуң,кәрәкле инструмент, станок һатып алып эш башланыҡ. “Һулаҡай” тигән магазин астыҡ. Унда баҫҡыстарҙы ҡороуға кәрәк булған бөтә элементтар һатыла. Үҙебеҙ монтаж яһайбыҙ. Тимер баҫҡыстарға ҡарағанда, ағастыҡына заказдар күберәк. Пластик тәҙрәләрҙе ҡуйыуға ла заказдар күп була. Был эштәргә 3 йыл гарантия бирәбеҙ. Тәҙрәне үлсәү һәм өйҙәренә алып барыу бушлай, – ти ул.

"Һулаҡай" магазинының адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Ленин урамы, 60/2. Тел.: 8-987-035-92-06, 8-996-102-90-97.

Реклама.

Автор:Гүзәл Бохарбаева
Читайте нас