ИҠТИСАД
24 Июнь 2022, 10:12

"Ике көн эсендә ҡыйыҡ өр-яңы кеүек буласаҡ!"

Йәмил Байегетов шиферҙы һәм тимер ҡыйыҡты буяу эше менән шөғөлләнә.

"Ике көн эсендә ҡыйыҡ өр-яңы кеүек буласаҡ!""Ике көн эсендә ҡыйыҡ өр-яңы кеүек буласаҡ!"
"Ике көн эсендә ҡыйыҡ өр-яңы кеүек буласаҡ!"

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән һүҙҙәр күптән тапалып бөтһә лә, мәҡәлә геройҙарымдың эштәрен күреп, был мәҡәлгә тағы әйләнеп ҡайтам, сөнки ниндәй эшкә
тотонһа ла, ҙур оҫталыҡ менән башҡарған, һәр ваҡыт яңы һөнәрҙәр өйрәнеү теләге менәньянған егеттәргә был һүҙҙәр тап килеп тора. Әйткәндәй, был оҫталар Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларын хеҙмәтләндерәләр.

Баймаҡ ҡалаһынан Йәмил Байегетов шиферҙы һәм тимер ҡыйыҡты буяу эше менән шөғөлләнә.

–Ҡыйыҡты заманса материал менән ябырға һәр кешенең хәленән килмәй, сөнки бик ҡиммәтҡә төшә. Шиферҙы буятыу – ул эште икеләтә еңелләштереү. Ике көн эсендә ҡыйыҡ өр-яңы кеүек буласаҡ. Матур, асыҡ төҫтәр шиферҙың һәм металл ҡыйыҡтың хеҙмәт итеү срогын да оҙайта. Төрлө бейеклектә лә эшләйбеҙ. Буяуҙар үҙебеҙҙеке, материалдар һатып алып килтерәбеҙ,– ти оҫта.

ТӨҘӨЛӨШ БРИГАДАҺЫ ТҮБӘНДӘГЕ ХЕҘМӘТТӘР КҮРҺӘТӘ:
Шиферҙың өҫтөн, ҡыйыҡтың серегән һәм мүкләнгән
урындарын таҙартыу;
Иҫке буяуҙы механик эшкәртеүһеҙ алып ташлау;
Саңдан һәм бысраҡтан таҙартыу;
Түбә япмаһын түшәү;
Ике ҡатламда ҡыйыҡты буяу.
Улар үҙ эштәрендә юғары баҫымлы махсус аппарат файҙаланалар. Был ҡыйыҡтың өҫтөн таҙартыуҙың һөҙөмтәлелеген һәм тиҙлеген арттырырға мөмкинлек бирә.
Цинкланған йәки шифер өй ҡыйыҡтарын таҙартыу
һәм буяу буйынса хеҙмәттең хаҡы квадрат метрына 500-
550 һум.
8-905-355-08-90 номерына шылтыратып мөрәжәғәт итергә мөмкин.


Реклама.

Автор:Гүзәл Бохарбаева
Читайте нас