ИҠТИСАД
19 Июнь 2022, 02:35

Баҡсасыларға яңы ярҙам саралары индерелә

Йорт янындағы участкаларҙан йәшелсә һәм картуф үҫтереп һатыу буйынса сығымдарға субсидиялар алыу мөмкинлеге бар

Баҡсасыларға яңы ярҙам саралары индереләБаҡсасыларға яңы ярҙам саралары индерелә
Баҡсасыларға яңы ярҙам саралары индерелә
 

2023 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә өй эргәһендәге һәм баҡса участкаларында, шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа йәшелсә культураларын үҫтереү буйынса халыҡҡа яңы ярҙам саралары индерелә.

«Үҙмәшғүлдәрҙең йорт янындағы участкаларҙан йәшелсә һәм картуф үҫтереп һатыу буйынса сығымдарға субсидиялар алыу мөмкинлеге бар. Республика ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 200 миллион һумға тиклем аҡса алырға иҫәп тота», – тип хәбәр итте ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Ирек Сураҡов республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышында.

Башҡортостан Башлығы ауылда үҙмәшғүлдәргә дәүләт ярҙамының яңы төрҙәре буйынса мәғлүмәт-аңлатыу эшен ойошторорға ҡушты.

«Баҡсасыларыбыҙға үҫтерелгән продукцияны ҡала һәм ҡасаба баҙарҙарында һатыуҙа артабан да ярҙам итербеҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Иң мөһиме, унда баҡсасылар үҙ продукцияһын үҙҙәре һатырға тейеш».

 

Фото:Олег Яровиков
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас