ИҠТИСАД
18 Июнь 2022, 17:29

Туризм яңы үҫеш ала

Сәйәхәт итергә яратыусыларға уңайлыҡтар булдырыла.

Туризм яңы үҫеш алаТуризм яңы үҫеш ала
Туризм яңы үҫеш ала

17 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туризм буйынса федераль агентлығы  етәксеһе Зарина Догузова менән “Ҙур Урал” күләмле төбәк-ара проекты үҫеше буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Проекттың нигеҙе – айырым кластерҙар түгел, ә  тотош биләмәләрҙең туристик оҫталыҡ-пландарын булдырыу. Рәсәй туризмында 12 макробиләмә бүленгән, улар илдең туристик каркасы буласаҡ. Ошондай макротөбәктәрҙең береһе “Ҙур Урал” булырға тейеш.

Ҡул ҡуйылған килешеүҙең маҡсаты – айырым туристар һәм туроператорҙар тарафынан ойоштолған төркөмдәрҙең сәйәхәттәре өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында Уралда туризм инфраструктураһын үҫтереү буйынса көстәрҙе берләштереү.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас