

16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Рәсәй Почтаһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Максим Акимов ауылдарҙа бүлексә селтәрҙәренең үҫеш перспективалары, ғәмәлдәге офистарҙы ремонтлау һәм тәҡдим ителгән ассортиментты киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Шуны билдәләү мөһим, республика һәм Рәсәй Почтаһы берлектә 786 бүлексәне ремонтларға ниәтләй, шул иҫәптән 20-һен – быйыл. Рәсәй Почтаһы яғынан дөйөм инвестиция күләме ике миллиард һум тәшкил итә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.