ИҠТИСАД
3 Июнь 2022, 13:34

Урал аръяғының социаль-иҡтисади үҫеше ниндәй булыр?

Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһы 174,3 млрд. һум тәшкил иткән 76 яңы проекттан тора.

Урал аръяғының социаль-иҡтисади үҫеше ниндәй булыр?Урал аръяғының социаль-иҡтисади үҫеше ниндәй булыр?
Урал аръяғының социаль-иҡтисади үҫеше ниндәй булыр?

2030 йылға тиклем Урал аръяғын социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү стратегияһы Башҡортостан хөкүмәте һәм  Рәсәй финанс министрлығының  ғилми-тикшеренеү финанс институты менән берлектә эшләнә.

Бай тәбиғәт ресурстары булған Урал аръяғы хаҡһыҙ рәүештә оҙайлы ваҡыт иғтибарһыҙ  ҡалды, тине  үҫеш стратегияһын презентациялағанда республика Премьер-министры Андрей Назаров. Ул был йүнәлештә эштәр барыуын билдәләне: территория инфраструктураһы яҡшыра, яңы производстволар асыла, социаль һәм мәҙәни объекттар төҙөлә, ремонтлана.

Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһы 174,3 млрд. һум тәшкил иткән 76 яңы проекттан тора. Шул иҫәптән,  ауыл хужалығы өлкәһендә 25 яңы проект (11,7 млрд.һум),  сәнәғәт тармағында 18 проект (103,6 млрд һум), туристик инициативалар йүнәлешендә 12 яңы проект (24,3 млрд. һум).

Инфраструктура һәи энергетик инициативаларға ҙур иғтибар бүленә –“Сибай-Подольск-Новорудный” тимер юлы, 500 кВольт электр подстанцияһы һәм ике һауа линиялары төҙөлөшө.  Урал аръяғын үҫтереүҙә туризм ҙур роль уйнай. Урал аръяғында  туристик ағым 2030 йылға йылына 1 млн. кеше тәшкил итергә тейеш.

2030 йылға стратегик үҫештән көтөлгән һөҙөмтәләр: предприятиелар  килеме 80 млрд. һумдан ашыу, 40 меңдән ашыу яңы эш урындары булдырыласаҡ.

 

Фото:Олег Яровиков.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас