ИҠТИСАД
3 Июнь 2022, 05:32

Сибайҙа үткән инвестһабантуйҙа 200-ләп ирекмән эшләй

Йәштәр Өфө, Бәләбәй, Сибай, Салауат ҡалаларынан һәм хатта Мәскәүҙән килгән

Сибайҙа үткән инвестһабантуйҙа 200-ләп ирекмән эшләйСибайҙа үткән инвестһабантуйҙа 200-ләп ирекмән эшләй
Сибайҙа үткән инвестһабантуйҙа 200-ләп ирекмән эшләй

Сибай ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй инвестһабантуйына 200-ләгән волонтер йәлеп ителгән.

Улар стратегик сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, эшсе төркөм ултырыштары, профилле ултырыштар үткән экономик форумдың биш майҙансығында эшләй.

--Халыҡ-ара кимәлдәге бындай ҙур сараларҙа йәштәр ойоштороусылар командаһында ҡатнашып,  тәжрибә туплайҙар, профессиональ сифаттарын үҫтерәләр”,--тине Башҡортостандың  Эске иҡтисади бәйләнештәр һәм  конгресс эшмәкәрлеге министры Маргариты Болычева.

Фото с официального сайта Всероссийского инвестиционного сабантуя «Зауралье»

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас