

Башҡортостан Европала солоҡсолоҡ һаҡланып ҡалған берҙән бер төбәк. Әммә үҙенсәлекле кәсеп юғалыуы ихтимал. Был турала Сибай инвестиция форумы барышында Республика башлығы янындағы Экология мәсьәләләре буйынса йәмәғәт советы ағзаһы Василий Мартыненко белдерҙе.
Бөрйән бал ҡортон һаҡлап ҡалыу өсөн башҡа тоҡомло ҡорттар индереү тыйылған 25 километрлыҡ биләмәләр булдырырға тәҡдим ителде.