

Инвестһабантуй сиктәрендә "Global Management Challenge" стратегия һәм бизнесҡа идара итеү буйынса халыҡ-ара чемпионаттың төбәк этабы финалы үтә. Еңеүсе команда Ханты- Манси автономлы округында үтәсәк ярышта Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ. Бөтәһе төбәк этабында 17 команда ҡатнашты, шуларҙың һигеҙе онлайн форматта үткән һынауҙы уңышлы үткән. Улар - бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре, бизнес-шерфтар, республиканың төрлө район һәм ҡалалары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре. Бынан башҡа тағы биш команда ҡатнаша - кредит ойошма, юғары уҡыу йорто, эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт ойошма бизнесҡа ярҙам итеү инфрастуктураһы вәкилдәре.
Сығанаҡ: "Атайсал" гәзите.