ИҠТИСАД
2 Июнь 2022, 08:22

Сибай ҡалаһы ҡунаҡтар ҡабул итә

Бөгөн унда “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды һәм ул 4 июнгә тиклем дауам итә

Сибай ҡалаһы ҡунаҡтар ҡабул итәСибай ҡалаһы ҡунаҡтар ҡабул итә
Сибай ҡалаһы ҡунаҡтар ҡабул итә

Был масшатблы сарала Рәсәй төбәктәренән, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә һәм башҡа илдәрҙән мең ярымдан ашыу ҡунаҡтар ҡатнаша.

Сараға федераль һәм төбәк власть  органдары, Рәсәй һәм сит ил бизнес вәкилдәре, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Профилле секциялар һәм  пленар ултырыштар барышында улар инвестиция эшмәкәрлеге һәм инвестициялар йәлеп итеү буйынса тәжрибә уртаҡлашалар, шулай уҡ  Рәсәй төбәктәрендә уңайлы бизнес-климат булдырыу алымдары буйынса фекер алышыу буласаҡ. Экология, туризм йүнәлештәре һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите булдырыу һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Башинформ.

Фото "Атайсал" гәзите төркөмөнән алынды

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас