

Минск автомобиль заводы Башҡортостанда үҙ производствоһын булдыра. Был турала “Урал аръяғы-2022” инвестиция һабантуйында белорусь компанияһы вәкилдәре ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә әйтелде.
9 июнгә тиклем МАЗ һәм Башҡортостан предприятиелары вәкилдәренән торған эш төркөмө төҙөлөп, артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре планлаштырыласаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һүҙҙәре буйынса, республика компанияһы Минск автозаводы өсөн запас частар етештерә ала. Ә МАЗ, үҙ сиратында, Башҡортостанды йөк һәм махсус техникалар менән тәьмин итә.
Источник: Сайт Правительство РБ
https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56201