ИҠТИСАД
2 Июнь 2022, 16:58

Башҡортостан һәм Беларусь Республикалары килешеү төҙөнө

Ул балалар ялын ойоштороуҙа хеҙмәттәшлек итеүгә ҡағыла

Башҡортостан һәм Беларусь Республикалары килешеү төҙөнөБашҡортостан һәм Беларусь Республикалары килешеү төҙөнө
Башҡортостан һәм Беларусь Республикалары килешеү төҙөнө

Сибай ҡалаһында үткән “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының беренсе көнөндә үк “Башҡортостан Республикаһының туризмды үҫтереү үҙәге” йәмғиәте һәм “МАЗ”—“БЕЛАВТОМАЗ” холдингы идаралыҡ компанияһы  балалар ялын ойоштороу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүгә йүнәлтелгән килешеү төҙөнө.

--Һуңғы вағытта Башҡортостан һәм Беларусь Республикаһы араһында эшлекле даирә әүҙем үҫешә, был төбәктә туризмды үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһай. Быйыл Башҡортостан туризм тармағы вәкилдәре танышыу маҡсатында Белоруссияла булды. Беҙҙең туроператорҙар ҡунаҡсыл күршеләрҙең туристик мөмкинлектәрен, эске туризм үҫешен юғары баһаланы. Беҙгә лә ҡунаҡтарға күрһәтерлек урындар бар,-тине “Башҡортостан Республикаһы туризм үҫеше үҙәге” директоры Руслан Юнысов.

Ә ике республика араһында төҙөлгән эшлекле килешеү нигеҙендә 2023 йылда  Башҡортостан һәм Белоруссия Республикалары территорияларында балалар һауыҡтырыу лагерҙарында  14 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларҙың ялын ойоштороу билдәләнде. Документта быйылғы йылдың 1 ноябренә тиклем ял урындарын, датаһын, мәҙәни һәм экскурсия  программаларын раҫлау ҡарала. Был килешеү Башҡортостанда туризм индустрияһын үҫтереү, Белорусь Республикаһы менән халыҡ-ара бәйләнеште нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайты

https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56203

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас