

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтендә социаль түләүҙәрҙе индексациялау мәсьәләһен тикшерҙеләр. Минималь эш хаҡы күләмен, йәшәү минимумын һәм страховка пенсияһын 10 процентҡа арттырырға тәҡдим ителә.
Был мәсьәлә буйынса һуңғы ҡарарҙы дәүләт башлығы Владимир Путин ҡабул итәсәк, сөнки министрҙар кабинетында индексациялау кимәле тураһында берҙәм фекергә килә алмағандар. Мартта уҡ Рәсәй президенты хөкүмәт ағзаларына 20 апрелгә тиклем халыҡҡа дәүләт ярҙамы күләмен арттырыу буйынса саралар комплексын әҙерләргә ҡушҡайны.