ИҠТИСАД
25 Май 2022, 11:29

Үҙебеҙҙең чипсыны ашаясаҡбыҙ

Үзбәктәр ярҙамға килергә әҙер. 

Үҙебеҙҙең чипсыны ашаясаҡбыҙҮҙебеҙҙең чипсыны ашаясаҡбыҙ
Үҙебеҙҙең чипсыны ашаясаҡбыҙ

Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте. 

Рөстәм Моратов әйтеүенсә, Башҡортостанда һут етештереү буйынса завод асыу тураһында килешеүҙәр бар. Үзбәкстан коллегалары осрашыуҙа шундай ниәт менән сығыш яһаған. "Беҙ уңайлы шарттар булдырабыҙ һәм шуға күрә һуттар, тәү сиратта беҙҙең йәшелсәләрҙән етештереләсәк", - тине ул.

Үзбәкстан картуф эшкәртеү буйынса хеҙмәттәшлек менән ҡыҙыҡһына, сөнки унда ер үҙенсәлектәре  быны эшләргә мөмкинлек бирмәй, тип өҫтәне ул. Чипсы етештереүсе үзбәк компанияһы менән килешеү төҙөлгән дә инде. Шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрөн етештереү, эшкәртеү һәм үҫтереү буйынса ла пландар бар.

Бынан тыш, Башҡортостан берлектә  мамыҡ эшкәртеү мөмкинлеген дә ҡарай. 

Автор:Айнур Акилов.
Автор:
Читайте нас