ИҠТИСАД
23 Май 2022, 12:05

Башҡортостан Башлығы: Сәмәрҡәнд – иҫ киткес матур һәм туристар өсөн ҡыҙыҡлы ҡала

-

Башҡортостан Башлығы: Сәмәрҡәнд – иҫ киткес матур һәм туристар өсөн ҡыҙыҡлы ҡалаБашҡортостан Башлығы: Сәмәрҡәнд – иҫ киткес матур һәм туристар өсөн ҡыҙыҡлы ҡала
Башҡортостан Башлығы: Сәмәрҡәнд – иҫ киткес матур һәм туристар өсөн ҡыҙыҡлы ҡала

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә Үзбәкстанға сәфәр йомғаҡтары буйынса хөкүмәттең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовҡа Үзбәкстанды күрергә теләге булған яҡташтарыбыҙ өсөн турпакет буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

«Сәмәрҡәнд – иҫ киткес матур һәм туристар өсөн ҡыҙыҡлы ҡала. Беҙҙә Ташкентҡа һәм Наманганға тура рейстар бар, унда ҡалалар араһында юғары тиҙлекле поездар йөрөй. Хәтәр шәп турпродукт эшләргә мөмкин. Быйыл йәй беҙҙең туристарҙың ошо илгә барыу мөмкинлеге булырға тейеш, был бик ҡыҙыҡлы. Иҫ китерлек мәҙәниәт, тәмле ризыҡ, туристарыбыҙ өсөн хәүефһеҙ, урындағы халыҡ изгелекле мөнәсәбәттә. Беҙҙең бурыс – туристарыбыҙ өсөн уңайлы трупродукт булдырыу», – тине Радий Хәбиров.
Автор:Азат Ғиззәтуллин
Автор:
Читайте нас