Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Май , 12:55

Башҡорт балы, ҡурайы ғына түгел... башҡорт һыйыры ла буласаҡ!

Итальян һәм башҡорт һыйырҙары араһында ниндәй уртаҡлыҡ булыуы мөмкин? Ҡайһыһы шәберәк?

Башҡорт балы, ҡурайы ғына түгел... башҡорт һыйыры ла буласаҡ!
Башҡорт балы, ҡурайы ғына түгел... башҡорт һыйыры ла буласаҡ!

"Хәҙер итальян сырҙарын беҙҙең һыйыр һөтөнән яһаясаҡтар. Яңауыл районында республикала берҙән-бер шундай производство сафҡа индерелде. "Еңеү" заводында "кальята" итальян сырын етештерә башланылар. Был – "моцарелла", "сулугуни", иретелгән сыр эшләү өсөн ярымфабрикат.

Көнөнә 30 тонна һөт эшкәртәсәктәр, тәүҙә тәүлегенә 1,5 тонна сәнәғәт сыры эшләйәсәктәр, аҙаҡтан был һанды ике тапҡыр күбәйтмәкселәр. Эш яҡшы барһа, ҡеүәттәр арттырыласаҡ.

Шуныһы мөһим: ҡорамалдар Рәсәйҙә эшләнгән. Сыр яһар өсөн сеймалды Мәскәү, Санкт-Петербург, Смоленск һәм башҡа ҡалаларға оҙатасаҡтар. Ихтыяж бар, килешеүҙәр төҙөлгән", – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_807492

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова.
Автор:
Читайте нас в