Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Май , 16:21

Ҡытай телен өйрәнмәй булмаҫ...

Айырыуса тәржемәселәргә, һатыу,  клиенттар  менән эшләү һәм һатып алыуҙар буйынса менеджерҙарға, проекттар етәкселәренә һорау ҙур  

Ҡытай телен өйрәнмәй булмаҫ...
Ҡытай телен өйрәнмәй булмаҫ...

Үткән айҙа ғына илдә ҡытай телен өйрәнгән белгестәргә ихтыяж 2021 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда  ике тапҡырға тиерлек артҡан. Был хаҡта   эш эҙләү буйынса Headhunter платформаһы  һәм ПЭК компанияһының тикшереүҙәр һөҙөмтәһе һөйләй.

Көнбайыш санкциялары  һәм сит ил поставщиктарының Рәсәй баҙарынан китеүе арҡаһында байтаҡ компаниялар бизнестарын Азия баҙарына йүнәлтергә тырыша.   Ҡытай теле белгестәре  логистика, ретейл, IT компанияларында, көнкүреш техникаһы һәм электроника тауарҙары етештереүҙә һәм һатыуҙа бик ныҡ кәрәк. Айырыуса тәржемәселәргә, һатыу,  клиенттар  менән эшләү һәм һатып алыуҙар буйынса менеджерҙарға, проекттар етәкселәренә һорау ҙур.

Шулай уҡ матбуғат саралары, реклама, маркетинг һәм PR-агентлыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары, дәүләт ойошмалары, логистика компаниялары, автомобиль предприятиелары  ҡытай телен яҡшы белгән белгестәргә мохтаж. Бындай белгестәр ауыр машиналар төҙөү, энергетика тармаҡтары, аҙыҡ-түлек, көнкүреш техникаһы, сәнәғәт ҡорамалдары етештереүҙә ҙур һорау менән файҙалана.

Тимәк, ҡытай телен өйрәнеүҙең киләсәге бар, бәлки, йәштәребеҙ ҙә телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур теләк һәм маҡсат менән тотонор, тип фекеребеҙҙе белдермәксебеҙ.

Фото:UfaTime.ru

Автор:Дина Арсланова.

Автор:
Читайте нас в