Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Май 2022, 10:54

Аҙыҡ-түлек, туҡыма, келәмдәр — Башҡортостан Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе менән сауҙаны яйға һала

Кисә Радий Хәбировтың Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимы Эркинжон Турдимов менән осрашыуында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә ошо ваҡиға тураһында яҙып сыҡты.

Аҙыҡ-түлек, туҡыма, келәмдәр — Башҡортостан Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе менән сауҙаны яйға һала
Аҙыҡ-түлек, туҡыма, келәмдәр — Башҡортостан Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе менән сауҙаны яйға һала

«Үзбәкстандың ҙур иҡтисади үҙәге булған Сәмәрҡәнд өлкәһе менән Башҡортостанды күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Иң тәүҙә – ата-бабаларыбыҙ һәм ватандаштарыбыҙ яҙмышы аша. Дуҫлығыбыҙҙы тығыҙ иҡтисади бәйләнештәр менән нығытырға ниәтләйбеҙ. Үзбәкстан менән Башҡортостандың ҡеүәте ныҡ ҙур. Бөгөн Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимы Эркинжон Турдимов менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙек», — тип яҙҙы Радий Хабиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостанды Үзбәкстандан йәшелсә һәм емеш-еләк ташыу ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостан иһә киптерелгән һөт, көнбағыш майы, инкубация йомортҡаһы менән тәьмин итеүҙе арттырыр, ауыл хужалығындағы һәм умартасылыҡтағы тәжрибә, технологиялар, ғилми ҡаҙаныштар менән уртаҡлашыр. Шулай уҡ төбәккә Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы техникаһын оҙатыу планлаштырыла. Сәмәрҡәнд өлкәһенән текстиль, туҡыма, трикотаж һәм тегелгән әйберҙәр ташыу ойошторолор.

«Бөгөн SAG компанияһы етәкселеге менән Башҡортостанда келәм етештереү мөмкинлеген тикшерҙек. Урта Азия һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр берләшмәһе биләмәһендә келәмдәр етештергән иң ҙур компания ул. Республикабыҙҙа ошо продукцияға ихтыяж булыр тип ышанам. Иҡтисади күҙлектән – эш урындары, һалымдар, — тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. — Беҙ Сәмәрҡәндкә машиналар эшләү комплексы, станоктар эшләү заводтары продукцияһын оҙатырға әҙербеҙ. Әлбиттә, туризм өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Ләкин был тема тураһында айырым яҙырға кәрәк».

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-17/produkty-tekstil-kovry-bashkortostan-nalazhivaet-torgovlyu-s-samarkandskoy-oblastyu-uzbekistana-2807846

Автор:
Читайте нас: