Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Май 2022, 08:20

Ҡыярҙы... яңы йыл башланғас та сәсә

Бәләкәй Арыҫланғолдан Мансур Сурин оҙаҡ йылдар йәшелсәселек менән шөғөлләнә

Ҡыярҙы... яңы йыл башланғас та сәсә
Ҡыярҙы... яңы йыл башланғас та сәсә

Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Бәләкәй Арыҫланғол ауылы (халыҡ телендә – Вәзәм) халҡы районда үҙҙәренең тырыш, уңған, сәмле һәм берҙәм булыуҙары менән айырылып тора. Бында эшсән халыҡ йәшәй: һәр йортта йүнселдәр үҙ шөғөлөн булдырған, нимәлер булһа ла эшләй, улай ғына түгел, үҙҙәре етештергән әйберҙәрен һатып, табыш ала.

Оҙаҡ йылдар йәшелсәселек менән шөғөлләнгән Мансур Суринды ла ауылдың уңғандары исемлегенә индерергә мөмкин. Ауыл йүнселе 15 йылға яҡын ҡыяр үҫтерә, йыл һайын апрель урталарында уны һатыуға алып сыҡһа, быйыл бер аҙ һуңланым, май баштарында өлгөрҙө, ти. Ә бит экологик яҡтан таҙа, сифатлы ҡыярҙы иртә яҙҙан өлгөртөү өсөн йүнселгә Яңы йыл байрамы үткәс тә үҙ шөғөлөнә тотонорға тура килә.
 
Йәшелсәселек менән шөғөлләнеү еңелдән түгел, шуға күрә был өлкәлә үҙ эшен яратҡан, баҡсасылыҡты үҙ иткән, беҙҙеңсә әйткәндә, “ысын Мичуриндар” ғына тороп ҡала. Тап беҙҙең геройыбыҙ Мансур Харис улы ишеләр.
 
– Эшкә тотонор алдынан орлоҡто хәстәрләү – иң мөһиме, – ти әңгәмәсем. – Яҡшы баҡсасы сифатлы орлоҡтан ғына мул уңыш аласағын белә. Ҡыяр үҫтереүҙе “Маша F1” сортынан башланым, ул теплица өсөн иң ҡулайлыһы. Йыл һайын 200 – 300 төп ҡыяр сәсәм,  ҡыяр үҫентеләрен ултыртҡанда, төрлө сорттарҙы һынап ҡарайым, оҡшағандарын киләһе йылға ҡалдырып, тағы ла сәсәм. Һәр саҡ үҙ-үҙен һеркәләндереүсе орлоҡтарҙы алам, шунһыҙ уңыш юғары булмаясаҡ. Күптәр кеүек минераль ашлама ҡулланыу яғында түгелмен, органиктарға ғына өҫтөнлөк бирәм. Уныһы ла ҡул аҫтында булған тиреҫ менән көл генә.
 
Орлоҡто хәстәрләп, уларҙы махсус һауыттарға сәскәндән һуң, оҙон ҡышҡы кистәрҙә полиэтилен япманы ҡатлап үтек менән йәбештереү эше башлана. Ул әҙер булғас, теплица урынын ҡарҙан таҙартып, әҙерләп ҡуям, пленка менән ҡаплайым. Артабан мейесенә бер нисә көн туҡтамай ут яғып, ерҙе йылытам, аҙаҡ түтәлдәр эшләйем.
 
Көнө-төнө мейес яғыла, ҡыяр үҫтереүҙә төндә температураның 18 градустан да кәм булмауы талап ителә, көндөҙ 25-тән төшмәҫкә тейеш. Ә бының өсөн, уйлап ҡарағыҙ, күпме утын яғыу талап ителә?! Теплицаны уратып помидор үҫентеләрен ултыртам, ҡыяр миҙгеле бөтөүгә, улары тупылдашып өлгөрә, – тип йылмая Вәзәм уңғаны Мансур Харис улы.
 
Йүнселгә үҙе үҫтергән йәшелсәне һатыу ауырлыҡ тыуҙырмай; йыйып ҡына өлгөр, шунда уҡ йортонан килеп алып та китәләр. Әйткәндәй, Вәзәмдә йәшелсәселек менән шөғөлләнеп, теплицала ҡыяр үҫтереүселәр байтаҡ. Һәр береһенең үҙ клиенты, шулай уҡ ауыл уңғандарының таҙа һәм тәмле ҡыярын һатып алырға теләүселәр Ырымбур өлкәһенең Орск, Гай ҡалаларынан килә. Оҫтаның даны ете ауылға таралыр, тигәндәй, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы ҡыяр үҫтереүселәренең даны районда ғына түгел, ырымбурҙарға ла яҡшы таныш.
 
Ҡыяр үҫтереү – табышлы шөғөл, әммә сығымдары ла байтаҡ. Ҡыштан утын яғыу ҙа еңелдән түгел, әммә эшеңдең һөҙөмтәһен күреү бар ауырлыҡтарҙы оноттороуға булышлыҡ итһә, халыҡтың йәшелсәләргә ихтыяжын яҡындан белеү йыл һайын ҡыяр үҫтереүгә этәргес бирә, уны тағы ла арттырыу теләген тыуҙыра. Икенсенән, ерҙе яратҡан кеше бер нисек тә үҙ булмышына хыянат итмәй. 
 
Кемдер ҡыяр орлоғон яңы һатып алһа, Вәзәм уңғанының ҡыярҙары өлгөрөп тә ҡуйған!
 
 
 
 
Фото: Мансур Суриндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: