Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Май 2022, 13:36

Бәлиғ булған сығарылыш уҡыусыларына ҡараусыһын юғалтыуға бәйле пенсия сентябргә тиклем һаҡлана

Бәлиғ булған мәктәп тамамлаусылар ҡараусыһын юғалтыуға бәйле пенсияны 1 сентябргә тиклем алырға мөмкин. Юғары йәки урта махсус уҡыу йортона ингәндәрҙең дә аҡса алыуға хоҡуғы һаҡлана.

«Российская газета» хәбәр итеүенсә, студенттарға уҡып бөткәнсе пенсия түләнергә тейеш. Статс-секретарь, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Андрей Пудов һүҙҙәренсә, законда бала колледжға йәки юғары уҡыу йортона ингәс, ҡараусыһын юғалтыу осрағы буйынса пенсия түләүҙе тергеҙеүҙең ябайлаштырылған тәртибе ҡаралған: ул уны алыуын дауам итә, бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй. Закон 1 июндән көсөнә инә.

Фото: Олег Яровиков.

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-05-06/b-li-bul-an-sy-arylysh-u-yusylaryna-arausy-yn-yu-altyu-a-b-yle-pensiya-sentyabr-ayyna-tiklem-a-lana-2795030

Автор:
Читайте нас: