Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
5 Май 2022, 14:06

Башҡортостанда торлаҡҡа хаҡ билдәле булды

-

Башҡортостанда торлаҡҡа хаҡ билдәле булды
Башҡортостанда торлаҡҡа хаҡ билдәле булды

2022 йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда беренсел баҙарҙа торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса хаҡы 91,3 мең һумға еткән, тип хәбәр итте республика статистиктары.

Хаҡ уҙған йылдың беренсе кварталы менән сағыштырғанда 7,8 процентҡа артҡан. Ул ваҡыта яңы йорттарҙа бер квадрат метр 71,8 мең һум торған.

Быйыл беренсе кварталда икенсел торлаҡ баҙарында бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 77,8 мең һум тәшкил иткән (4,2 процентҡа күберәк). Сағыштырыу өсөн: былтыр икенсел баҙарҙа бер «квадраттың» уртаса хаҡы 63,4 мең һум ине.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-05-05/nazvany-tseny-na-zhilie-v-bashkirii-2793262

Автор:Галина Бахшиева.
 
Фото:Валерий Шахов.
Автор:
Читайте нас: