Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Апрель 2022, 17:21

Кредит проценты түбәнәйә

Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы 17 проценттан 14 процентҡа тиклем төшөрөү тураһында ҡарар ҡабул итте...

Кредит проценты түбәнәйә
Кредит проценты түбәнәйә

Йома, 29 апрелдә, Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы 17 проценттан 14 процентҡа тиклем төшөрөү тураһында ҡарар ҡабул итте.

«Рәсәй иҡтисады өсөн тышҡы шарттар ҡатмарлы булып ҡала, иҡтисади эшмәкәрлекте ныҡ сикләй. Шул уҡ ваҡытта хаҡ һәм финанс тотороҡлоғо өсөн хәүеф кәмене, был төп ставканы төшөрөү өсөн шарттар тыуҙырҙы», — тип хәбәр итте банктың мәғлүмәт хеҙмәте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер айҙа икенсе тапҡыр шундай ҡарар ҡабул ителде. Апрель башында пландан тыш ултырышта банк ставканы 20 проценттан 17 процентҡа тиклем кәметкәйне.

Автор:Гузель Салихова
https://hakmar.ru/news/novosti/2022-04-30/kredit-protsenty-t-b-n-y-2790174
Автор:
Читайте нас: