Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Апрель 2022, 04:01

Башҡортостан йылғаларында туристар ағымы көтөлә

Һаҡмар йылғаһы ла ҙур популярлыҡ менән файҙалана

Башҡортостан йылғаларында туристар ағымы көтөлә
Башҡортостан йылғаларында туристар ағымы көтөлә

Май байрамдарында республика тау йылғалары буйлап экстремаль ағып төшөү өсөн туристарҙың күпләп килеүен көтөлә. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

Ғәҙәттәгесә, Башҡортостанда Оло һәм Кесе Инйәр, Еҙем, Ләмәҙ, Һаҡмар йылғалары Рәсәй экстремалсылары араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Айырыуса ун популяр маршрут билдәләнә.

- Беҙ ҡотҡарыусыларҙы хәүефле маршрут участкалары буйынса иҫкәртеү рейдтарына йүнәлтәбеҙ, туҡтау урындарын һәм хәүефһеҙлек постары ҡуйыу урындарын билдәләйбеҙ. Әйткәндәй, бөтә туристарҙы маршрутҡа сығыр алдынан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының территориаль органдарында теркәлергә кәрәклеген иҫкәртәбеҙ. Ә беҙҙең сайтта бындай туристар өсөн «Сплавы» тигән махсус бүлек бар, - тип билдәләне Фәрит Ғүмәров.

 

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

фото:МЧС по РБ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: