Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Апрель 2022, 15:21

Башҡортостан һәм Иран бизнес-миссиялар менән алмаша

Иранда Башҡортостан Республикаһы вәкиллеген асыу тураһында мәсьәлә өйрәнелә.

Башҡортостан һәм Иран бизнес-миссиялар менән алмаша
Башҡортостан һәм Иран бизнес-миссиялар менән алмаша

Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Иран Ислам Республикаһының вице-президенты Сорена Саттари менән артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе. Был турала Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

«Һуңғы йылдарҙа беҙ Рәсәй Федерацияһында ғына түгел, сит илдәрҙә лә әүҙем партнерҙар эҙләйбеҙ. Был эш тәүге емештәрен бирә. Беларусь Республикаһының машиналар эшләү предприятиелары менән кооперация башлана, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәр менән сауҙа-мәҙәни мөнәсәбәттәр үҫешә», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Иран — Яҡын һәм Урта Көнсығыш сигендәге ҙур дәүләт. 40 йылдан ашыу санкциялар шарттарында йәшәгән ил етди технологик һәм иҡтисади үҫешкә өлгәшкән. Бында нефть сығарыу һәм эшкәртеү бик яҡшы үҫешкән. Башҡортостан предприятиелары берлектәге проекттар менән ҡыҙыҡһына.

Әлеге ваҡытта Иранда республика вәкиллеген асыу тураһында мәсьәлә өйрәнелә. Осрашыуҙа яҡтар бизнес-миссиялар менән алмашырға һөйләшеп килеште. Башҡортостан делегацияһы май уртаһында Тегеранға ҙур нефть һәм газ күргәҙмәһенә барырға йыйына. Тиҙҙән Иран нефтенә 115 йыл тула, ә быйыл Башҡортостан нефтенә — 90 йыл. Иран вәкилдәрен Өфөлә тантаналы сараларҙа көтәләр.

«Ирандың аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге тәжрибәһе беҙҙең өсөн файҙалы булыр ине. Иран беҙҙең республиканан иген һәм ит импорты, шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендәге инвестиция проекттары менән ҡыҙыҡһына, — тине республика етәксеһе. — Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Кадрҙар әҙерләү һәм фәнни тикшеренеүҙәр йәһәтенән үҙ-ара ҡыҙыҡһыныу бар. Хәҙер республика вуздарында Ирандан 53 студент уҡый, уларҙың күпселеге — буласаҡ табиптар».

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-04-21/bashkortostan-i-iran-obmenyayutsya-biznes-missiyami-2778611

 

Фото:Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: