ИҠТИСАД
19 Апрель 2022, 07:34

Субсидия бирелә

Башҡортостанда эш биреүселәргә һөнәри белем биреү ойоштороуға субсидия  бирелә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Субсидия биреләСубсидия бирелә
Субсидия бирелә

Башҡортостанда эш биреүселәргә һөнәри белем биреү ойоштороуға субсидия  бирелә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янаған сәнәғәт предприятиелары эшселәренә һөнәри һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү ойоштороуға субсидия биреү өсөн эш биреүселәрҙе һайлау бара. Һайлауҙа юридик шәхестәр (дәүләт (муниципаль) учреждениеларынан тыш), шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

2024 йылға Рәсәйҙә ярлылыҡ кимәлен ике тапҡырға кәметеү – “Демография” милли проектының өҫтөнлөклө бурыстарының береһе.

 Субсидия биреүҙә ҡатнашыу өсөн эш биреүселәргә мәшғүллек үҙәгенә ғариза һәм талаптарға яуап биргән документтар тапшырырға  кәрәк.

Эш биреүсе еңеүсе тип табылғанда уға субсидия биреү тураһында килешеү төҙөлә.

Фото – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина.
https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-04-19/subsidiya-birel-2775065
Автор:
Читайте нас