

Рәсәй баҙарынан киткән компаниялар урынына Төркиә һәм Ҡытай магазиндары килеүе ихтимал. Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ошо турала хәбәр итте.
"Башҡортостанда эшмәкәрлеген туҡтатҡан кейем-һалым магазиндары асылмаһа, уларҙы Төркиәнең һәм Ҡытайҙың кейем-һалым магазиндары алмаштырыуы мөмкин", - тип белдерҙеләр республиканың Сауҙа министрлығында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда ҡайһы бер эре ритейлерҙар Рәсәй баҙарынан китеүе тураһында белдергәйне. Улар иҫәбендә - Zara, H& M, Uniqlo, Reserved һәм башҡалар.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар