

Хәйбулла районынан Азамат Бохарбаев--“Татлы бал” тип аталған асыҡ республика бәйгеһе призеры.
Мәртәбәле конкурста Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Мәскәү өлкәһе, Красноярск, Дағыстан, Краснодар крайы, Тула өлкәһе һәм башҡа төбәктәрҙән ҡатнашҡан умартасылар алты номинацияла (йүкә, ҡарабойҙай, көнбағыш, аҡ һәм ҡара төҫтәге полифлер балдар һәм башҡалар) 118 бал өлгөһө күрһәтеп, иң тәмле балсы исеменә һынау тоттолар.