ИҠТИСАД
31 Март 2022, 09:11

Хәйбуллалар ниндәй проекттар тәҡдим итә?

  

Хәйбуллалар ниндәй проекттар тәҡдим итә?Хәйбуллалар ниндәй проекттар тәҡдим итә?
Хәйбуллалар ниндәй проекттар тәҡдим итә?

Район хакимиәтендә үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нең сираттағы ҡатнашыусыһы Яңы Ергән ауылында йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү менән шөғөлләнергә ниәтләгән Инсаф Күсәков булды. Проекттың маҡсаты - ит ярымфабрикаттары һәм ҡымыҙ етештереү өсөн йылҡы һәм ауыл хужалығы ҡорамалдары һатып алыуға бәйле инвестициялар йәлеп итеү. Инвестиция Хәйбулла районы биләмәһендә етештерелгән һәм һатылған йылҡысылыҡ продукцияһы күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам талап ителә.

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә шулай уҡ Таштуғай ауылынан Илдар Рахманғолов та ҡатнашты. Проекттың инициаторы 2010 йылдан алып «Таштуғай» предприятиеһына етәкселек итә. Эшмәкәрлегенең төп төрө - иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереү, ит малсылығы. Ер участкаларының майҙаны - 1350 га. Ауыл хужалығы малдары һаны 186 баш тәшкил итә. Әлеге проекттың маҡсаты - Таштуғай ауылы янындағы 200 гектарлыҡ ер участкаһында майлы етен (Ы 117 сортын) үҫтереү һәм һатыу. Проекттың өҫтөнлөгө - һуғарыу системаһы. Билдәләнгән һуғарыу системаһы ярҙамында ихтыяжға ҡарап теләһә ниндәй төр продукцияны үҫтереү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Проект һауа шарттарына бәйле түгел, был иһә уңыш алыуға гарантия бирә. Инвестициялар май етене баҙарында позицияларҙы яуларға, продукцияны һатыуҙан табыш алырға, ҡулланыусылар ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирәсәк. Дәүләт ярҙамының күрһәтелгән саралары - өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусын алыу һәм ауыл хужалығы ҡорамалдарын һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплау. Ултырыш барышында билдәләнеүенсә, райондың климат шарттарын иҫәпкә алып, был проектҡа, һис шикһеҙ, ихтыяж ҙур. Шуға күрә "эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашыусыларға инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.

 

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәйбуллалар ниндәй проекттар тәҡдим итә?
Хәйбуллалар ниндәй проекттар тәҡдим итә?
Хәйбуллалар ниндәй проекттар тәҡдим итә?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас