Санкциялар баҫымы аҫтында «АвтоВАЗ» юғалып ҡалманы һәм сит ил комплектлаусылары аҙ булған автомобиль моделдәрен сығарырға йыйына.
Был ваҡытта Башҡортостандың «БелЗАН»ы ла майҙанға сыға. Санкциялар индерелгәнгә тиклем үк Бәләбәйҙең «Автонормаль» заводы илебеҙҙәге бөтә автоетештереүселәр өсөн деталдәр етештерҙе. «БелЗАН» продукцияһын ҡулланыусылар араһында - «АвтоВАЗ», «КАМАЗ», «УАЗ», «НефАЗ», «АЗ-Урал», «ГАЗ», «К-АвтоВАЗ», «ЗИЛ», «Иж-Авто» һәм башҡалар, уларҙың предприятиелары, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре етештереүселәре.
Ә бына һандар:
Һәр еңел автомобилдә - «БелЗАН» акционерҙар йәмғиәтенең 2000 самаһы детале,
Һәр йөк автомобилендә - «БелЗАН» акционерҙар йәмғиәтенең 6000-дән ашыу детале,
Һәр вертолетта - «БелЗАН» акционерҙар йәмғиәтенең 8000-гә яҡын заклепкаһы.
Автомобилдәр баҙарында хәл-торош нисек? Роликта ҡарағыҙ