

Һуңғы ваҡытта металдан һәм башҡа төҙөлөш материалдарынан продукцияның хаҡы төшөүе күҙәтелә, тип белдерҙе Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин. Уртаса алғанда, 9 процентҡа.
Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Марат Хөснуллин һүҙҙәренсә, илдә металл продукцияға хаҡтың артыуын туҡтатып булды. Рәсәйҙең эске баҙарында йылына 42 миллион тонна ҡара металл ҡулланыла, шуның 29 миллион тоннаһы, йәғни 70% тиерлек — төҙөлөш тармағында, тип хәбәр итте ТАСС.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-03-29/v-rossii-nablyudaetsya-snizhenie-tsen-na-stroymaterialy-minstroy-2747289