ИҠТИСАД
26 Март 2022, 07:54

Хәйбулланың йәш эшҡыуары ниндәй проект тәҡдим итте?

   

Хәйбулланың йәш эшҡыуары ниндәй проект тәҡдим итте?Хәйбулланың йәш эшҡыуары ниндәй проект тәҡдим итте?
Хәйбулланың йәш эшҡыуары ниндәй проект тәҡдим итте?

Хәйбулла районы хакимиәтендә уҙған "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нең сираттағы ултырышында йәш эшҡыуар Азамат Аблаевтың проекты ҡаралды, ул Бүребай ауылында ике мең тауыҡҡа иҫәпләнгән заманса һәм экологик ҡошсолоҡ мини-фермаһын асырға планлаштыра.

Проект бөтә коммуникациялар менән тәьмин ителгән ҡошсолоҡ фермаһын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Ул һәр ҡоштан йылына 250-300 йомортҡа килтерәсәк. Эшҡыуар әйтеүенсә, проектты бойомға ашырыу производствоны киңәйткәндә дүрт һәм унан күберәк эш урыны булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Бөгөнгө көнгә Азамат Булат улы «Регион Минерал Инвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры (ойоштороусыһы - Өмөтбаев Илшат Шәфҡәт улы). Был ойошма «Столовая» йәмғиәтенә хужа, уның заказсыһы - «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте. Продукцияның был төрөнә һорау ҙур булыуы һәм эшҡыуарҙы ҡошсолоҡ фермаһын ойоштороуға этәргес бирә. Урында етештерелгән продукцияны райондың башҡа ауылдары халҡы ла һатып ала аласаҡ.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"дә ҡатнашыусыға ошо инвестиция проектына дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.

 

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

фото:Хәйбулла районы хакимиәте

Хәйбулланың йәш эшҡыуары ниндәй проект тәҡдим итте?
Хәйбулланың йәш эшҡыуары ниндәй проект тәҡдим итте?
Хәйбулланың йәш эшҡыуары ниндәй проект тәҡдим итте?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас