

Күптәрҙе ошо мәсьәлә борсой: илдә шәхси гигиена сараларына һәм көнкүреш химияһына ҡытлыҡ буласаҡмы? Һорауға Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Виктор Евтухов яуап бирә.
Уның әйтеүенсә, бындай кәрәк-яраҡ запасы күп. Етештереүселәрҙең тейешле материалдары ла етерлек. Мәҫәлән, ил биләмәһендә гигиена әйберҙәре буйынса 15-тән ашыу завод эшләй. Кәмендә алты айлыҡ запас тупланған.
Фото: видеонан скриншот.