ИҠТИСАД
20 Март 2022, 09:34

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ике проект ҡаралды

 Береһе - төҙөлөш, ә икенсеһе ауыл хужалығы йүнәлешендә

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ике проект ҡаралды"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ике проект ҡаралды
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ике проект ҡаралды

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы сираттағы кәңәшмә район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов етәкселегендә үтте. Был юлы ике проект ҡаралды.

Беренсе булып «Ремстройцентр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһенең проекты ҡаралды. Уның планында Аҡъяр ауылы биләмәһендә бетон-эретмә үҙәге төҙөү. Ултырышта ҡатнашыусы һүҙҙәренсә, проектты тормошҡа ашырыу 15 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Бетон-эретмә үҙәге экологик яҡтан хәүефһеҙ буласаҡ, ә компанияның бөтә бетоны ГОСТ-тың бөтә талаптарына һәм төҙөлөш нормаларына тап киләсәк.

Федоровка ауылында һөтсөлөк малсылығын үҫтереү проекты менән Иван Антал сығыш яһаны. Проекттың маҡсаты - һөт йүнәлешендәге һыйырҙар һатып алыуға бәйле инвестициялар йәлеп итеү. Кәңәшмә аҙағында Рөстәм Шәрипов район хакимиәтенең структура подразделениелары етәкселәренә тәҡдим ителгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты.

 

 

 #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

фото:район хакимиәте.

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ике проект ҡаралды
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ике проект ҡаралды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас