ИҠТИСАД
20 Март 2022, 17:16

Аҡъярҙа йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтереү буйынса проект ҡаралды

Хәйбулла районы хакимиәтендә үткән сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә яңы проект тәҡдим ителде. 

Аҡъярҙа йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтереү буйынса проект ҡаралдыАҡъярҙа йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтереү буйынса проект ҡаралды
Аҡъярҙа йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтереү буйынса проект ҡаралды

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" нең сираттағы ултырышында Аҡъяр ауылында асыҡ һәм ябыҡ тупраҡта йәшелсә һәм емеш-еләк культураларын үҫтереү буйынса «Зеленхоз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проекты ҡаралды.

Проекттың инициаторы - Аҡъяр ауылында йәшәүсе Рәмил Ғәлләмов. Проекттың маҡсаты - ҡорамал һатып алыуға бәйле инвестициялар йәлеп итеү. Инвестициялар Аҡъяр ауылында эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һәм кәңәшмәлә ҡатнашыусылар проектты хупланы. Кәңәшмә аҙағында Рөстәм Шәрипов район хакимиәтенең структура подразделениелары етәкселәренә тәҡдим ителгән проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты.

 

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

фото:Хәйбулла районы хакимиәте

Аҡъярҙа йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтереү буйынса проект ҡаралды
Аҡъярҙа йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтереү буйынса проект ҡаралды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас