

Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров санкциялар сикләүҙәре шарттарында эске туризмды үҫтереүгә арналған Хөкүмәт ултырышы үткәрҙе.
“Коронавирус инфекцияһына бәйле пандемия сикләүҙәре туристик индустрия үҫешенә кире тәьҫир итте. Шуға ҡарамаҫтан, дәүләт ярҙамын ваҡытында ҡулланыу арҡаһында, Башҡортостанда туристик ағымдың юғары күрһәткестәре һаҡланды. 2021 йылда республикаға 5,1 миллион турист килде, улар 13 миллиард һум аҡса тотондо. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йылдың 1 декабренә туристарҙы урынлаштырыу буйынса түләүле хеҙмәттәр 9,8 миллиард һум тәшкил иткән. Туристик ағым 2020 йыл менән сағыштырғанда 600 мең кешегә күберәк булып, 3,5 миллион тәшкил иткән”, - тип хәбәр итте Андрей Назаров.
Премьер-министр санкцияларҙың сит илдә ял итеү мөмкинлеген кәметәсәген, шул сәбәпле эске туризмға ихтыяж артасағын билдәләне.
“Башҡортостанда республика халҡы һәм ситтән килгән ҡунаҡтар сифатлы, уңайлы ял итһен өсөн урындар барлыҡҡа килергә тейеш. Бының өсөн эске туризм өлкәһендә эшмәкәрлек алып барырға әҙер эшҡыуарҙарға ярҙам итеү кәрәк. Тейешле инфраструктура булдырыу һәм үҫтереү – иң мөһим йүнәлеш”, - тине Андрей Назаров.
Төбәктең йәйге миҙгелгә әҙерлеге, санкциялар шарттарында туризм өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған йүнселдәргә ниндәй ярҙам ҡарала, яңы туристик маршруттар, “Янғантау”, “Торатау” геопарктары эше - ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин бәйән итте.
Андрей Назаров Рәсәйҙең туризм тармағы өсөн ҙур ярҙам – ҡунаҡхана-туристик өлкәһе ойошмалары өсөн өҫтәмә ҡиммәткә һалым ставкаһының (НДС) нулгә тиклем кәметелеүе тураһында әйтте.
Фото: республика Хөкүмәте сайты.