

Башҡортостанда 2030 йылға фәҡирлек кимәлен ике тапҡырға кәметеү бурысы ғәмәлгә ашырыла. Ленара Иванова әйтеүенсә, ҡайһы бер адреслы социаль ярҙам алыусылар үҙҙәренең килемен 6 меңдән 14 мең һумға тиклем арттырған.
Министр бер нисә миҫал килтерҙе. Мәҫәлән, күп балалы әсә Резеда ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Үҙмәшғүл булып теркәлгәс, ул 100 мең һум аҡса алған.
Был аҡсаға Резеда һыйыр һәм башҡа кәрәкле тауарҙар һатып алған. Хәҙер ҡатын ғаиләһен һөт, һөт ризыҡтары менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, артып ҡалғанын һатып та ебәрә, 5-6 мең һум өҫтәмә килем ала. Әле ул һыйырының быҙаулағанын көтә.
Бөрө ҡалаһында күп бала әсәһе Елена кейеҙҙән тапочкалар тегә башлаған. Властар уға үҙ эшен асыу өсөн 250 мең һум аҡса бүлгән.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар
Фото:ok.ru