

Башҡортостандың ике районында дүрт алтын табыу компанияһының эшмәкәрлеге туҡтатылды.
«Учалы районында — «Альтинвест», «Баширемельресурс», Баймаҡ районында «Таналыҡ» һәм «Граф» предприятиеларының эше туҡтатылды», — тине Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов дүшәмбе оператив кәңәшмәлә.
Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һуңғы ике компанияның эшмәкәрлегенән зыянды бөтәһе 1 миллиард һумдан ашыуға баһаланы.
Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районында Оло Толпаҡ күлендә ҡом-ҡырсынташ карьерын эшкәртеү туҡтатылды.
Күлгә урындағы әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелде.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-03-15/respublikala-d-rt-altyn-tabyu-predpriyatie-yny-eshm-k-rlege-tu-tatyldy-2727894