ИҠТИСАД
15 Март 2022, 10:36

Һорау кәмеһә – хаҡ төшә

-

Һорау кәмеһә – хаҡ төшәҺорау кәмеһә – хаҡ төшә
Һорау кәмеһә – хаҡ төшә

Башҡортостан үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияның төп төрҙәре менән тәьмин ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, продукцияның ҡайһы бер төрҙәренә – шәкәргә, ярмаларға хаҡтар ҡапыл артты. Ләкин был ажиотаж һорау менән бәйле, һорау кәмеһә, хаҡ та төшә, тине республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов «Башинформ» агентлығына.

«Складтарҙа етерлек күләмдә шәкәр ҡомо бар, халыҡҡа уны күпләп һатып алырға, шул рәүешле яһалма дефицит тыуҙырырға кәрәкмәй, – тине аграр ведомство башлығы. – Сауҙа селтәрҙәре иң кәрәкле продукттары менән тәьмин итеү өсөн һөҙөмтәлерәк эшләргә тейеш».

Башҡортостан һәр ваҡыт үҙенең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итте, тине вице-премьер.

«Ҡулланғанға ҡарағанда күберәк етештереүҙе дауам итербеҙ. Һөт ризыҡтары менән 130 процентҡа тәьмин ителгәнбеҙ, ит буйынса илдә алдынғы урынды биләйбеҙ, көнбағыш майын республика ҡулланғанға ҡарағанда 7 тапҡырға күберәк етештерә, ҡарабойҙай майҙанын арттырабыҙ», – тине Илшат Фәзрахманов.

Хөкүмәт вице-премьеры ҡала халҡын ял көндәрендә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡырҙы. Аҙыҡ-түлек, ит, картуф, йәшелсәләрҙе сауҙа селтәрҙәренә ҡарағанда отошлораҡ хаҡҡа һатып алырға мөмкин, сөнки етештереүселәр аралашсыһыҙ һата, тип билдәләнеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-03-15/upadet-spros-snizitsya-tsena-ilshat-fazrahmanov-ob-azhiotazhnom-sprose-na-sahar-i-roste-tsen-na-produkty-2728322

 

Автор:Азат Ғиззәтуллин.
 
Фото:Валерий Шахов.
Автор:
Читайте нас