ИҠТИСАД
14 Март 2022, 15:44

Башҡортостандың инвестиция портфеле 1 триллион 336 миллиард һумға баһалана

-

Башҡортостандың инвестиция портфеле 1 триллион 336 миллиард һумға баһаланаБашҡортостандың инвестиция портфеле 1 триллион 336 миллиард һумға баһалана
Башҡортостандың инвестиция портфеле 1 триллион 336 миллиард һумға баһалана

Ошо турала бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. Һуңғы өс йылда инвестиция йәлеп итеү күрһәткесе артҡан. Республикала әле 1 мең 790 проект тормошҡа ашырыла.

Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙған йылғы инвестиция йәлеп итеү һөҙөмтәләрен яҡшы күрһәткес, тип баһаланы. 2022 йылдың ауыр буласағын күҙ уңында тотоп, ышаныслы эш алып барыу мөһимлеген билдәләне.

Уҙған йыл Башҡортостан инвестицияларҙы үҙләштереү буйынса Рәсәйҙә 11-се урынға күтәрелгән.

 

Сығанаҡ:https://bash.news/bash/news/172700

Автор:
Читайте нас