ИҠТИСАД
10 Март 2022, 09:13

Башҡортостандың Милли банкында Рәсәйҙе Visa һәм Mastercard түләү системаларынан сығарыуға аңлатма бирҙеләр

-

Башҡортостандың Милли банкында Рәсәйҙе Visa һәм Mastercard түләү системаларынан сығарыуға аңлатма бирҙеләрБашҡортостандың Милли банкында Рәсәйҙе Visa һәм Mastercard түләү системаларынан сығарыуға аңлатма бирҙеләр
Башҡортостандың Милли банкында Рәсәйҙе Visa һәм Mastercard түләү системаларынан сығарыуға аңлатма бирҙеләр

Visa һәм Mastercard халыҡ-ара түләү системалары 10 марттан Рәсәйҙә эшләүҙән туҡтай. Был хәлгә Башҡортостандың Милли банкы (Рәсәй банкы филиалы) идарасыһы Марат Кашапов аңлатма бирҙе.

«Ошо системаларҙың Рәсәй банктарында сығарылған карталары илебеҙҙә нормаль режимда эшләй, ләкин сит илдәрҙә һәм уларҙың онлайн-магазиндарында, шулай уҡ ApplePay һәм GooglePay сервистары эшләүҙән туҡтай.

Рәсәйҙә Visa һәм Mastercard карталары ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғансы эшләй. Улар менән тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн түләргә, картаға аҡса һалырға, банкоматтарҙа ҡулаҡса алырға, картанан картаға аҡса күсерергә мөмкин.

Күп банктар был карталарҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыуы хаҡында белдерҙе. Бынан һуң банктар үҙҙәренең клиенттары өсөн «Мир» карталарын сығара.

Ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланмаған Visa һәм Mastercard карталарын ябырға һәм уларҙың урынына «Мир» карталарын сығарырға кәрәкмәй.

«Мир» картаһы менән халыҡ-ара түләү системалары картаһындағы кеүек үк операцияларҙы башҡарырға мөмкин. Был картаға смартфон ярҙамында түләү өсөн MirPay сервисын да тоташтырырға була», — тип кәңәш бирҙе финансист.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мир» карталары Төркиәлә, Вьетнамда, Әрмәнстанда, Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда,Тажикстанда, Үзбәкстанда, Көньяҡ Осетияла һәм Абхазияла ҡабул ителә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-03-10/v-natsbanke-bashkirii-prokommentirovali-otklyuchenie-rossii-ot-platezhnyh-sistem-visa-i-mastercard-2721435

Автор:
Читайте нас