

Өфөлә IKEA гипермаркеты ябыла. Был Швеция концернының Рәсәйҙә һәм Белоруссияла үҙ эшен туҡтатыуына бәйле.
«Донъялағы хәл-ваҡиғалар кешеләргә көслө йоғонто яһай, шулай уҡ тауар менән тәьмин итеүҙә һәм сауҙа шарттарында боҙоуҙарға килтерә. Шуға күрә Ингка компаниялар төркөмө Рәсәйҙә ИКЕА гипермаркетының эшен туҡтатырға ҡарар итте. Был иһә:
- Интер ИКЕА төркөмө Рәсәйҙә һәм Белоруссияла импортты һәм экспортты туҡтата;
- Интер ИКЕА төркөмө Рәсәйҙә етештереү процестарын туҡтата;
- Ингка компаниялар төркөмө Рәсәйҙә ИКЕА магазиндарында, интернет-магазинда һәм студияларында һатыуҙы туҡтата. МЕГА осрашыуҙар өсөн киңлек ғәҙәти режимда эшләй.
Был ҡарарҙар ИКЕА-ның 15 мең хеҙмәткәренә ҡағыла. Ингка компаниялар төркөмө өсөн төп маҡсат — эш урынын һаҡлау һәм килемдең тотороҡлоғон тәьмин итеү, шулай уҡ Рәсәйҙә, Белоруссияла, Украинала хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү», тип билдәләнә белдереүҙә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә IKEA гипермаркеты 2011 йылдың авгусында асылғайны.
Фото: ikea.com
https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-03-04/f-l-ikea-gipermarkety-yabyla-2714631