

Владимир Путин 2 марттан Рәсәйҙән 10 мең долларҙан ашыу ҡулаҡса валютаһын сит илгә алып сығыуҙы тыйҙы.
«2022 йылдың 2 мартынан Рәсәй Федерацияһынан 10 мең долларҙан күберәк аҡса сығарыуҙы тыйырға», — тиелә Владимир Путиндың указында.
Бынан алдараҡ Рәсәйҙән 10 мең долларҙан ашыуыраҡ суммала ҡулаҡса валютаһын алып сыҡҡанда аҡсаға декларация бирергә кәрәк ине.
Фото:Андрей Старостин.