ИҠТИСАД
2 Март 2022, 10:39

Apple Рәсәйҙә үҙ тауарҙарын һатыуҙы туҡтатты

-

Apple Рәсәйҙә үҙ тауарҙарын һатыуҙы туҡтаттыApple Рәсәйҙә үҙ тауарҙарын һатыуҙы туҡтатты
Apple Рәсәйҙә үҙ тауарҙарын һатыуҙы туҡтатты

Apple компанияһы Рәсәйҙә үҙ продукцияһын һатыуҙы туҡтатты һәм сервистар эшен сикләне. Был турала компанияның белдереүенә һылтанма менән ТАСС агентлығы хәбәр итте.

«Беҙ Рәсәйҙә бөтә тауарҙарыбыҙҙы һатыуҙы, уҙған аҙнала илдәге дистрибьюторҙарыбыҙға экспортты туҡтаттыҡ. Apple Pay һәм башҡа сервистарҙы ҡулланыуҙы сикләнек. Украина граждандары өсөн хәүефһеҙлек сараһы сифатында Apple Maps ҡушымтаһында трафикты күрһәтеүҙе һәм хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт биреүҙе туҡтаттыҡ», — тиелә белдереүҙә.

Әлеге ваҡытта рәсми сайтта iPhone, iPad, MacBook, Apple Watch, AirPods һәм «аҡыллы» йорт өсөн тауарҙарға заказ биреп булмай.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-03-02/apple-prekratila-prodazhu-svoih-tovarov-v-rossii-2711342

 

Фото:Галина Бахшиева.

Автор:
Читайте нас