ИҠТИСАД
1 Март 2022, 11:44

Мартта республикала йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәренә пенсия ваҡытынан алда таратыла

/

Мартта республикала йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәренә пенсия ваҡытынан алда таратылаМартта республикала йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәренә пенсия ваҡытынан алда таратыла
Мартта республикала йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәренә пенсия ваҡытынан алда таратыла

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе марттың тәүге көндәрендә пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр таратыу графигын хәбәр итте.

Рәсәй Пенсия фонды төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, пенсия 3 марттан таратыла башлай. Айҙың һигеҙенсе көнөндә аҡса алғандарға 5, 7 мартта бирелә.

Артабан пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр ғәҙәти график буйынса таратыла.

«Аныҡ ваҡыт ағымдағы йылдың февралендә квитанцияларында күрһәтелгән, — тип өҫтәне Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров. — Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта, 11 марттан башлап күсерелә».

Фото: Валерий Шахов.

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-03-01/martta-respublikala-y-sh-sel-r-e-ay-y-ber-ren-pensiya-va-ytynan-alda-taratyla-2710952

 

Автор:
Читайте нас