

Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы ултырыштары районда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, шулай уҡ "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү" милли проекты сиктәрендә күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелгән. "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы сираттағы ултырышта 2 проект ҡаралды.
Яңы Украинка ауылынан ағалы-ҡустылы Түләбаевтар ит малсылығын үҫтерергә ниәтләй. Урал Иҙрис улы 2014 йылдан алып үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкләй. Улар ағаһы Рәмил менән бергә тоҡомло һыйырҙар һатып алыу өсөн инвестициялар йәлеп итергә ниәтләй. Инвестициялар районда етештерелгән һыйыр ите күләмен арттырырға һәм Яңы Украинка ауылында яңы эш урындары булдырырға булышлыҡ итәсәк.
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ултырышында шулай уҡ Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Айгөл Сурина ҡатнашты. Ул 1998 йылдан алып бал ҡорттарын үрсетеү менән шөғөлләнә, 5 күсе булған шәхси ярҙамсы хужалыҡта яҡшы эш тәжрибәһенә эйә. Үҙ эшен киңәйтеү өсөн өҫтәмә рәүештә бал ҡорттары һәм кәрәкле инвентарь һатып алыу планлаштырыла. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамы һәм ер участкаһын рәсмиләштереү талап ителә. "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ндә ҡатнашыусыларға был инвестицион проекттарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр эшләргә ҡушылды.