

Муниципаль район Советының XXIII ултырышында 2021 йылға Совет һәм муниципаль район хакимиәте эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса отчет тыңланды.
Муниципаль район Советы рәйесе Тимур Рәмов башҡарылған эштәр буйынса мәғлүмәт биреп, район хакимиәте аппараты һәм депутаттар корпусына берлектәге һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерҙе.
Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов райондың социаль-иҡтисади үҫешендәге төп өлкәләрҙәге эштәрҙе барланы, ағымдағы йылға өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе билдәләне. Рөстәм Динислам улы район иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү, яңы эш урындары булдырыу, эш хаҡын арттырыу, ер һәм мөлкәтте һөҙөмтәле файҙаланыу, эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам, агросәнәғәтте үҫтереү һәм башҡа мәсьәләләрҙе билдәләне. Ул район активына рәхмәт белдереп, алға ҡуйылған маҡсаттарҙың үтәлеүенә ышаныс белдерҙе.
Муниципаль район Советы депутаттары Совет һәм район хакимиәтенең отчет осорона эшмәкәрлегенең ҡәнәғәтләнерлек булыуын билдәләне.