ИҠТИСАД
22 Февраль 2022, 09:34

Июндә «Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция-һабантуйы була

-

Июндә «Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция-һабантуйы булаИюндә «Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция-һабантуйы була
Июндә «Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция-һабантуйы була

2022 йылда «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 2-4 июндә уҙғарыла, тип хәбәр итте Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров Сибайға эш сәфәре барышында.

«Урал аръяғын инфраструктура йәһәтенән үҫтереү мәсьәләләре – Башҡортостан Республикаһы үҫешенең стратегик өҫтөнлөктәренең береһе. Беҙҙең алда Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты менән берлектә Урал аръяғын үҫтереү программаһын әҙерләү бурысы тора. Ошо программаны «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында тәҡдим итергә уйлайбыҙ. Форумда халыҡ-ара партнерҙар, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Азербайжан һәм Белоруссия делегациялары ҡатнаша. Тиҙҙән ойоштороу комитеты форумды уҙғарыу хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирергә тейеш», – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

Әлеге ваҡытта Сибайҙа 1,7 миллиард һумға 11 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. 2021 йылда Сибайҙа сәнәғәт етештереүе 40 проценттан ашыуға, иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса үҙҙәре етештергән тауарҙарҙы оҙатыу дүрттән бер өлөшкә артҡан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге «Урал аръяғы» инвестиция-һабантуйы 2019 йылда уҙҙы, унда Рәсәй төбәктәренән һәм 11 илдән 1,2 мең кеше ҡатнашты. Форум йомғаҡтары буйынса 1 миллиард долларҙан ашыуға инвестиция килешеүҙәре төҙөлдө. 2021 йылда һабантуй 900 ҡатнашыусыны йыйҙы, республика унда 98 миллиард һум инвестиция йәлеп итте.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-02-22/vserossiyskiy-invest-sabantuy-zauralie-proydet-v-iyune-2702865

Автор:
Читайте нас